«Ҡара куб» социаль инновациялар үҙәге Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», Twitter һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәренең аккаунттарын анализланы.
Инстаграмда иң «йәнле» аккаунт — Чечня башлығы Рамзан Ҡадыровтыҡы. Уның һәр яҙмаһы 30 мең лайк йыя һәм өс мең комментарийға саҡ-саҡ етмәй ҡала. Был да бөтә социаль селтәрҙәр өсөн абсолют рекорд булды.
Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов (13 588 балл: 13 212 лайк, 188 комментарий), Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургал (12 165 балл: 11 301 лайк, 432 комментарий) һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров (11 314 балл: 10 648 лайк, 333 комментарий) та Инстаграмда үҙҙәренең коллегаларын күпкә артта ҡалдырҙы.
«Бәйләнештә» беренсе урынды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алды – 2168 балл, йәки 1646 лайк һәм 261 комментарий.
Facebook һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә иң «йәнле» аккаунттар хужаһы — Орел өлкәһе губернаторы Андрей Клычков.
Твиттерҙа иң яҡшыһы тип Рамзан Ҡадиров танылды.
«Российская газета» хәбәр итеүенсә, тикшеренеүҙәр өсөн 2019 йылдың 26 декабренән 30-ына тиклем ил субъекттары етәкселәренең таҫмаларҙағы һуңғы яҙмалары файҙаланылды.
Башҡортостан башлығының «Бәйләнештә»ге аккаунтында 165 мең яҙылыусы бар. «Бәйләнештә» — республикала, айырыуса райондарҙа иң популяр социаль селтәр.