Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 13:02

Милли проект: республикала тағы бер балалар баҡсаһы асылды

Яңы, заманса, сағыу балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты аҡсаһы иҫәбенә төҙөлгән һәм 188 миллион һум тора.

Дөйөм майҙаны 3500 квадрат метр булған балалар баҡсаһы иң юғары талаптарға яуап бирә. Бында иркен уйын бүлмәләре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус лифт, өҫтәлмә белем биреү кабинеттары бар. Төҙөлөштә тик заманса йылылыҡты һаҡлаусы технологиялар файҙаланылған.
Баҡса 195 урынға иҫәпләнһә лә, унда балаларҙың күберәк урынлашыуы ихтимал. Сөнки Калинин районына ҡараған Максимовка ҡасабаһында бөгөн электрон сиратта 300-ҙән ашыу бала иҫәптә тора, 7 йәшкә тиклемге меңләп бала теркәлгән.
2020 йылда Өфө ҡалаһында дүрт балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Әлбиттә, былар ғына етмәй, ҡала хакимиәте 2025 йылға тиклем 38 балалар баҡсаһы төҙөргә ниәтләй. Күпселек балалар баҡсалары милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөләсәк.