Яңы йыл алдынан район хакимиәтенең рәхмәте иғлан ителде:
- район халҡына телетапшырыуҙарҙың һанлы форматына күсеүҙә һәм аналог тапшырыуҙарын туҡтатыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиевҡа, мәғлүмәт-аналитик эштәр буйынса бүлек начальнигы Анфиса Ишмөхәмәтоваға, өлкән техник-программист Антон Крючковҡа, Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орловаға;
- Рәсәй ҡотҡарыусылар көнө айҡанлы, шулай уҡ һөнәри бурыстарын намыҫлы башҡарғандары, муниципаль районда кешеләрҙе ҡотҡарғанда һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә ҡыйыулыҡ күр-һәткәндәре өсөн 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәренә – янғын һүндереү водителе Риназ Ғиззәтуллинға, диспетчер Рәнил Кәримовҡа, начальник Зимфер Төхвәтуллинға, начальник урынбаҫары Салауат Ямалетдиновҡа;
- Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Альберт Нурмөхәмәтовҡа.