Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 16:36

Владимир Путин Ҡырым күперенең тимер юл өлөшөн асты

Ил башлығы ярымутрау һәм ҡитға араһындағы хәрәкәтте асып, рельс автобусында Керчтән Тамангә барҙы.

Тәүҙә Владимир Путин машинист кабинаһына йүнәлде, унан һуң вагондарҙың береһендә почетлы пассажирҙар - күперҙе төҙөгән эшселәр менән аралашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң оҙон Ҡырым күпере Керчь ярымутрауын (Ҡырым) Тамань ярымутрауы (Краснодар крайы) менән тоташтыра. Шулай итеп Ҡырым менән Рәсәй тоташҡан. Күпер автомобиль һәм тимер юлынан тора. Автомобиль хәрәкәте былтыр майҙа асылды, әле пассажирҙар өсөн тимер юлы асыҡ. Йөк составтары киләһе йылдың июненән йөрөй башлаясаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-irim-k-perene-timer-yul-l-sh-n-asti-51497/