Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 16:26

Республиканан 50 предприятие милли проектта ҡатнаша

Улар РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу милли проектына ингән.

Шуның менән 2019 йылға ҡарата Башҡортостанға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткес тулыһынса үтәлде, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш министрлығы. Проектҡа яңыраҡ ҡушылыусыларҙың араһында "Стеклонит" акционер йәмғиәте менән "Почет билдәһе" орденлы Бәләбәй һөт комбинаты бар. Исемлектәге предприятиелар производство оптималләштергәндә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса белгестәрҙең хеҙмәте менән бушлай файҙалана ала. Улар шулай уҡ федераль льготалы займға өмөт итә ала. Милли проект тағы ла экспорт мөмкинлектәрен дә бирә - «Экспорт акселераторы» программаһы эшләй.