Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 17:00

Башҡортостандың медицина ойошмаларына электрон сират өсөн терминалдар тапшырылды

Башҡортостандың 110 медицина ойошмаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә электрон сират ойоштороу өсөн 143 комплект алды, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Мәғлүмәти терминалдар электрон полистар өсөн карт-ридерҙар һәм ҡағыҙ полистарҙың штрих-кодын таныр өсөн сканерҙар менән йыһазландырылған. Хәҙер пациентҡа үҙенең кеҫә телефонында полистың фотоһын һаҡлауҙа етә – терминал штрих-кодты таныясаҡ һәм уны системала идентификациялай.
Киләһе йылда электрон сират өсөн ҡоролмалар менән республиканың башҡа медицина ойошмаларына тапшыраласаҡ.
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/news/1392997-v-bashkirii-110-medorganizatsiy-poluchili-terminaly-dlya-elektronnoy-ocheredi/?sphrase_id=11188681