Тәүҙә был тәҡдимде “Еңеү” ойоштороу комитеты ултырышында Президент Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко индергән булған. Закон проектына ярашлы, яңы награданың маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләүсе кешеләрҙең ҡаһарманлығын мәңгеләштереү.
Был юғары исем ҙур еңеүгә өлөш индергән ҡалаларға биреләсәк. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында теге йәки был ҡалала йәшәүселәрҙең хеҙмәт ҡаҙанышы тураһында документаль факттар булһа, ҡалаға “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” атамаһы бирелеүе мөмкин.