Башҡортостанда республиканың киләһе йылға бюджетын 10 миллиард һумға арттырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙә пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарай. Дөйөм алғанда, 2020 йылда бюджет сығымдары 226,6 миллиард күләмендә планлаштырылған, килемдәр 204,6 миллиард һум булыр тип фаразлана.
Ҡоролтайҙа асыҡлап әйтеүҙәренсә, ноябрь аҙағында алдағы өс йылға Рәсәй Федерацияһы бюджеты ҡабул ителде. Был федераль үҙәктән субвенциялар күләмен аныҡларға мөмкинлек бирҙе – улар күберәк була.
«Сығымдар структураһына ла төҙәтмәләр индерелде – бюджет тураһында закон проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙың һәм депутаттарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынды. Республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала – төп аҡса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт һәм спорт өсөн ҡаралған», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Арттырыу тураһында төҙәтмәне бюджет тураһында законды ҡабул иткәс тә индерергә мөмкин, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе. Әйтәйек, ағымдағы йылға бюджет былтыр декабрҙә килем буйынса 175 миллиард күләмендә билдәләнде, ә фактик килемдәр был сумманан 25 миллиардҡа артып китте, тип миҫал килтерҙе ул. 2019 йылдың бюджеты хаҡында законға тейешле үҙгәрештәр киләһе пленар ултырышта индерелә.