Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 14:00

Ҡытайҙа Башҡортостан майына ҡыҙыҡһыныу артҡан

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын әүҙем тормошҡа ашырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

2018 йылда республика сит илгә сығарып һатылған ауыл хужалығы продукцияһы күләмен икеләтә йәки 76 миллион долларға тиклем арттырҙы. Бөгөн уның төп өлөшө (42 проценттан күберәк) май продукцияһына тура килә, экспорт буйынса икенсе урында – иген. Үткән йыл киреһенсә булған.
Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһының “Элеватор” ЯСЙ-һы 2019 йылда Ҡытайға дүрт мең тонна көнбағыш майы һатҡан.
Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостандан “Сигма” компанияһына ҡараған Шишмә май һығыу заводы һәм “Элеватор” ЯСЙ-һы Ҡытайға, Балтика буйы илдәренә, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға, Тажикистанға һәм Белоруссияға 2,6 млрд һумға 103 мең тоннанан ашыу май оҙатылған.