Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 14:05

Бөгөн Владимир Путин “норманд форматы”ндағы осрашыуҙа ҡатнаша

Бөгөн Парижда өс йылғы тынлыҡтан һуң “норманд форматы”нда саммит үтә. Унда Рәсәй, Франция, ФРГ һәм Украина лидерҙары ҡатнаша. Осрашыу Елисей һарайында үтә.

Владимир Путин шулай уҡ ФРГ канцлеры, Франция һәм Украина президенттары менән айырым һөйләшеү үткәрәсәк. Әйткәндәй, Владимир Путин Владимир Зеленский менән тәүге тапҡыр шәхси осрашасаҡ, быға тиклем дәүләт башлыҡтары телефон аша ғына һөйләшә ине. Темаларҙың береһе газға ҡағыласаҡ.