Ил башлығы волонтерҙар хәрәкәте активистары менән аралашты. Улар Владимир Путинға проекттары тураһында һөйләнеләр.
Президент уларҙы Волонтерҙар көнө менән ҡотланы.
Миңә һәр ваҡыт – быны һыҙыҡ өҫтөнә алам – һәр ваҡыт һеҙҙең менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм, – тине ул.
Владимир Путин волонтерлыҡтың бик әһәмиәтле хәрәкәт булыуын билдәләне. Донъя технологик үҫеш, технореволюция алдында торған саҡта ирекмәндәр эшмәкәрлеге айырыуса мөһим, тип белдерҙе ил етәксеһе.