Мәсетле тормошо
-4 °С
Облачно
Новости
5 Декабря 2019, 12:00

Республика онкология диспансерының яңы ҡоролмаһында йөҙҙән ашыу пациент тикшереү үткән

Башҡортостанда 2 декабргә Президент Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алынған яңы рентгенодиагностика комплексында 112 кеше тикшерелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, комплекс 25 ноябрҙә ҡуйылған. Онкология диспансеры белгестәре яңы ҡоролмала тикшерелеүселәр һанын көнөнә дүрт тиҫтәгә тиклем арттырырға иҫәпләй.