Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 15:00

Владимир Путин НАТО-ның киңәйеүе Рәсәйгә хәүеф менән янай, тип белдерҙе

Ошо көндәрҙә Төньяҡ Атлантик хәрби альянсы – НАТО үҙенең 70 йыллығын билдәләй. Был берлек СССР-ға ҡаршы тороу өсөн булдырылған. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, НАТО-ның беҙҙең ил сиктәренә яҡынлашыуы беҙҙең хәүефһеҙлеккә етди янау булып тора.

- Хәҙер Советтар Союзы юҡ, Варшава килешеүе лә (йәғни НАТО-ға яуап итеп төҙөлгән хәрби пакт) юҡ, әммә НАТО бар, һәм ул үҫә, - тип борсолоуын белдерҙе ил башлығы.
НАТО барлыҡҡа килгән ваҡытта уға 12 дәүләт ингән. Хәҙер иһә улар һаны 29-ға еткән. Альянстың хәрби сығымдары ла арта бара.
- Был хәрби блокта элекке стереотиптар һаҡлана. Улар һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүгә һис тә яҡшы инструмент түгел. Бөгөн беҙ НАТО-ның киңәйеүен иҫәпкә алып, уның хәрби инфраструктураһы Рәсәй сиктәренә яҡын урынлашып үҫеүен илебеҙ өсөн потенциаль хәүеф, тип аңлайбыҙ. Быны оноторға ярамай, - тине Президент.
Фото: Рәсәй Президентының рәсми сайтынан.