Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 12:00

Медицина учреждениеларына ике меңгә яҡын компьютер тапшырылған

Президент Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына бәйле, республикала 61 медицина ойошмаһына 1920 компьютер һатып алынған.

Йыл аҙағына тиклем тағы ла шул тиклем медицина учреждениелары заманса техника менән тәьмин ителәсәк, йәғни табиптар өсөн тағы ла 1733 компьютер алынасаҡ.
- Заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу медиктарҙың эшен еңеләйтәсәк, сөнки компьютерҙар Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырыла, - тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. - Был пациенттарға ярҙам күрһәтеүҙе еңелләштерә, ауырыуҙарҙың айырым йүнәлештәр буйынса мониторингын тәьмин итә.
Мәғлүмәтләштереү шулай ук телемедицина консультациялары үткәрергә, лаборатор һәм диагностик тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тапшырырға, санитария транспорттарының эшен контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк.