Мәсетле тормошо
+14 °С
Облачно
Новости
2 Декабря 2019, 12:00

Милли проект сиктәрендә 183 йәмәғәтселек урыны төҙөкләндереләсәк

Быйыл Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә 183 йәмәғәтселек урыны төҙөкләндереләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был проектта республикалағы бар 63 муниципаль берәмек тә ҡатнаша. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын ипкә килтереү өсөн 1,52 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиарды – федераль бюджеттан, 28,9 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 76 миллион һумы урындағы бюджет иҫәбенән йүнәлтеләсәк.