Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2019, 12:00

Ҡурҡыныс сиргә ҡаршы

Йыл һайын беренсе декабрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Йыл һайын беренсе декабрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Был дата 1988 йылда булдырылған. Үлемесле күренеш менән әүҙем көрәш алып барыусылар өсөн ул бик етди дата булып тора.

Сир ҡот осҡос тиҙлек менән тарала һәм бөгөн Мәсетле районында сирләүселәр һаны 74-кә еткән, шуларҙың 25-е быйыл теркәлгән. 2019 йылдың ноябрь һуңына сирҙән һигеҙ кеше вафат булды. Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө хәүефле сирҙең эргәлә генә булыуын иҫкәртеп, ошо эпидемияға ҡаршы тороу өсөн булдырылған.