Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 14:46

Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй – ислам донъяһы» форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе

Ошо минуттарҙа Өфөлә барған «Рәсәй – ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышын асып, Төркөм рәйесе – Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.

Ошо минуттарҙа Өфөлә барған «Рәсәй – ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышын асып, Төркөм рәйесе – Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда, атап әйткәндә, был осрашыуҙың Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәр буйынса үҙ-ара әүҙем һәм уңышлы эш алып барған Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы уңайынан уҙғарылыуы билдәләнә.


«Беҙҙе ғәҙел демократик донъя тәртибе принциптарына тартылыу, халыҡ-ара эштәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә ҡитғаларҙа тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыу берләштерә. Шуныһы мөһим: Рәсәй һәм ойошма ағзалары глобаль янауҙарға һәм саҡырыуҙарға ҡаршылыҡ күрһәтеү, төбәк конфликттарын көйләү һәм төрлө гуманитар проблемаларҙы хәл итеү буйынса көстәр менән идара итә.


Һеҙҙең алда конфессия-ара диалогты киңәйтеүгә, дини күп төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау бурысы тора. Конструктив, йөкмәткеле дискуссиялар үткәрерһегеҙ, ә идеяларығыҙ һәм башланғыстарығыҙ илдәребеҙ, халыҡтарыбыҙ араһында ышанысты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн хеҙмәт итеренә иҫәп тотам», — тип билдәләнә Рәсәй президентының сәләмләүендә.