Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 12:00

"Демография" милли проекты буйынса өлкәндәр иғтибар уртаһында

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәрҙе дауаханаларға бушлай алып барыу өсөн махсус мобиль бригадалар эшләй башланы. Был ауылда йәшәүселәргә ҡағыла.

"Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, медицина учреждениеларында ололарға хеҙмәт күрһәтеү яңы кимәлгә күсә. "Өлкән быуын" төбәк проекты буйынса автотранспорт алырға федераль ҡаҙнанан 34,2 миллион һум аҡса бүленгән.
Августа 18 микроавтобус алынған. Улар инвалид коляскаһы менән инеү өсөн уңайлы итеп йыһазландырылған.

2024 йылға республикалағы бөтә өлкәндәрҙең 45 процентын үрҙә телгә алған мобиль бригада хеҙмәтләндерәсәк.

Беҙҙә ауыл ерендә 65 йәштән үткән кеше һаны сама менән 222 мең.
Сығанаҡ: https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Demografiya-milli-proekti-buyinsa-bey-babay-ar-i-tibar-urta-inda-20904/?clear_cache=Y