Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 16:00

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ер тетрәгән

18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән.

18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән. Ҡаҙағстан милли мәғлүмәттәр үҙәгенең сейсмик станцияһы хәбәр итеүенсә, тәүгеһе Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында – Сибайҙан 18 саҡрым алыҫлыҡта булған. Ул саҡта магнитуда 2.2 берәмек тәшкил иткән.


Икенсеһе осраҡты сейсмологтар 19 ноябргә ҡарай төндә теркәгән. 2.5 магнитудалы ер тетрәү Силәбе өлкәһе Уй районының Кочнево ауылы янында (Башҡортостандың Туңғатар ауылынан алыҫ түгел) күҙәтелгән.


Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан сигендәге һуңғы сейсмик әүҙемлектең 2018 йылдың ноябрендә күҙәтелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.