Мәсетле тормошо
+22 °С
Облачно
Новости
25 Ноября 2019, 06:00

Онкология диспансерына наркоз-тын алыу аппараты килтерелде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республиканың онкология диспансеры үпкәләргә яһалма вентиляция эшләүҙең төрлө режимдарына эйә наркоз-тын алыу аппараты килтерелде.

Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрылығынан хәбәр итеүҙәренсә, аппарат BIS-мониторҙар менән йыһазландырылған. Был электроэнцефалограмма мәғлүмәттәрен эшкәртеү һәм наркоз ярҙамында тәрән йоҡоға талдырыуҙың тәрәнлеген иҫәпкә алыу мөмкинлеген бирәсәк.