Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарраға йыйына.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәрҙе легендар генерал иҫтәлегенә Шайморатов ордены менән бүләкләргә тәҡдим ителә.
«Григорий Аксаков ордены — емешле дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән. Беренсе Өфө губернаторы Григорий Аксаков тап шундай аҡыллы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булып мәңгелеккә беҙҙең төйәктең тарихына инеп ҡалған», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
Шулай уҡ закон проекты менән һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын булдырыу күҙаллана. Награда әлеге ваҡыттағы «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт» билдәһен алмаштырырға тейеш.
Бынан тыш, тағы өс маҡтаулы исем барлыҡҡа килә: «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре».
Закон проектында шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен булдырыу ҡаралған. Ул әлеге «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» исемен алмаштыра.