Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 18:16

Республикала гаражда үлеп ятҡан 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе дуҫтары тапҡан

Стәрлетамаҡта һәләк булған Яромил Х. менән Олег Г.-ны дуҫтары тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, егеттәр гаражда һөрөмдән тонсоғоп үлгән.

Стәрлетамаҡта һәләк булған Яромил Х. менән Олег Г.-ны дуҫтары тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, егеттәр гаражда һөрөмдән тонсоғоп үлгән. Үҫмерҙәрҙең таныштары һүҙҙәренсә, тәүҙә дуҫтарының телефонына шылтыратҡандар, ләкин бер кем дә яуап бирмәгән. Шаһиттар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Гаражды асыуға Стәрлетамаҡ колледжы уҡыусылары үле булған: береһенең кәүҙәһе — ишек янында, икенсеһе еңел автомобиль рулендә табылған. Машинаның двигателе эшләмәгән, сөнки бензины бөткән. Автомобиль йылытҡысы һүндерелмәгән.


Яромил Х.-ның әсәһе социаль селтәрҙә улының вафат булыуын хәбәр итте һәм ҡулланыусыларҙы егетте кәмһетмәүен һораны. Дуҫтар 2019 йылда туғыҙынсы класты тамамлап, колледжға уҡырға ингән. Уларҙың автомобилдәр менән мауығыуҙары билдәле.


Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың Тәфтиш комитетында «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.