Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 12:00

Милли проект: тәүге хакатон форумы

Ошо аҙнала “Торатау” Конгресс-холында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын беҙҙең республикала ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, беренсегә хакатон форумы ойоштороласаҡ.

Хакатон – ул “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса эшләнгән уникаль федераль башланғыс. Унда иҡтисадтың сеймал булмаған өлкәһенә ҡараған предприятиеларҙың топ-менеджерҙары үҙ компанияларындағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн биш-һигеҙ кешелек командаға тупланып эшләйәсәк.
Өфө хакатонының эксперттары иҫәбендә РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, Тышҡы сауҙа буйынса Бөтә Рәсәй академияһының етештереүсәнлекте күтәре үҙәге, республика Хөкүмәте, бизнес даирә вәкилдәре сығыш яһай.
Хакатондың маҡсаты: төбәк иҡтисадының үҫешенә бәйле ҡарарҙар ҡабул итә алырлыҡ команда туплау, мәғлүмәттәрҙе федераль базаға йыйыу (федераль ҡарарҙар банкы).