Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 11:30

Владимир Мединский Башҡортостанды “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа артта ҡалыусы төбәктәр иҫәбенә индерҙе

Владимир Мединский Башҡортостанды “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа артта ҡалыусы төбәктәр иҫәбенә индерҙе

Мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Башҡортостан “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүҙе 15 процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан күрһәткесте үтәмәүсе төбәктәрҙең береһе, тип иғлан итте. Артта ҡалыусылар иҫәбенә ул шулай уҡ Дағстанды, Новгород өлкәһен, Төньяҡ Осетияны, Ҡалмыҡ һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикаларын индерҙе. Бындай белдереү Санкт-Петербургта үткән мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышында иғлан ителде.
“Башҡортостан, һеҙ нимә? Һеҙ ҡайҙа? Оят, хурлыҡ! Мин төбәк департаментының киләһе миҙгелдә гранттарҙы бүлгәндә был рейтингка иғтибар итеүҙәрен һорайым”, – тигән ул.
Фото: Олег ЗОЛОТО