Ауырғазы районында һөт малсылығында үҙенең проекттары менән билдәле «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы ит йүнәлеше буйынса ла шөғөлләнә башланы. Ошо көндәрҙә хужалыҡ Солтанморат һөт-тауар фермаһында һимертеү майҙансығын асты. Бында 1500 үгеҙ бар. Киләсәктә Ишле ауылында 3 мең башҡа тағы бер фидлот төҙөргә йыйыналар. Һимертеү майҙансыҡтарында үгеҙҙәр 600 килограмға тиклем үҫтерелә.
«Үҙҙәрендә етештерелгән мал аҙығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән фидлоттар килемле, сөнки капиталь малсылыҡ биналары кәрәкмәй», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Ведомствола белдереүҙәренсә, республикала ит малсылығын үҫтереү программаһы эшләй. Биш йыл дауамында тере ауырлыҡта мал һәм ҡош етештереүҙе 500 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.