Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:20

Милли проект сиктәрендә балалар дауаханаһы яңыра

Республика балалар клиник дауаханаһының диагностика-консультация поликлиникаһы холында капиталь ремонт эшләнгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, регистратура яңыртылған. Бында пациенттар медицина теркәүселәре менән бер кәртәһеҙ аралаша ала. Көтөү зонаһы киңәйтелгән, бәләкәйҙәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Электрон сират системаһы ла ҡуйылған.
Поликлиника холындағы капиталь ремонт "Асыҡ регистратура" проектына ярашлы башҡарылған. Әйткәндәй, администратор ҙа эшләй. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алырға мөмкин.
Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа уңайлы мөхит булдырыу - заманса медицинаның иң мөһим аспекттарының береһе.