Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 11:00

“Лучше всех” шоуы кастингына рәхим итегеҙ

Башҡортостан балаларын Максим Галкиндың Беренсе каналдағы “Лучше всех” шоуы кастингына саҡыралар.

Башҡортостан балаларын Максим Галкиндың Беренсе каналдағы “Лучше всех” шоуы кастингына саҡыралар.

Программа өсөн ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу Өфөлә 23-24 ноябрҙә буласаҡ. Кастингта 3-тән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

“Көлкөлө һәм етди, уйлап һөйләүсән һәм ләпелдәктәр, оялсандар һәм шарҡылдаҡтар, саҡ-саҡ һөйләшә башлаған ике йәшлектәр һәм 12 йәшлек титуллы спортсылар һәм артистар һынап ҡарай ала үҙ көстәрен. Беҙ теләһә ниндәй һәләте булған балаларҙы көтәбеҙ. Йырҙар, бейеүҙәр, аныҡ һәм гуманитар фәндәр, спорттың бөтә төрҙәре, ҡул эштәре һәм кулинария, шиғырҙар һәм проза, аралашыусанлыҡ һәм һөйкөмлөлөк – бар оҫталыҡ та яҡшы. Әгәр эргәгеҙҙә ололар менән гәпләшергә яратҡан һәм нимәнелер бик шәп эшләй белгән бәләкәй кеше йәшәһә, уны беҙгә килтерегеҙ”, – ти сараны ойоштороусылар.

Кастинг “Йети” балалар үҙәгендә үтәсәк. Адресы: Октябрь проспекты, 34, 3-сө ҡат. Белешмәләр өсөн телефон: 8-927-937-69-63.