Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 17:00

Башҡортостанда «Еңеү» республика марафоны башланды

Кисә Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү» республика марафоны башланды.

Кисә Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү» республика марафоны башланды.


Ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сығыш яһаны.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле биттәре мәңгелеккә Рәсәй тарихына инеп ҡалды. Халҡыбыҙ һуғыштың нимә икәнен белә. Беҙ Еңеү һалдаттарының батырлығын онотмайбыҙ. Парадтар, салюттар, «Үлемһеҙ полк», тематик саралар, акциялар һәм күргәҙмәләр — барыһы ла улар хаҡына», — тине Рәнис Рәйес улы.

Республиканың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары советы рәйесе Валерий Шәрипов үҙенең сығышында «Еңеү»гә арналған Республика марафонына символик рәүештә XX быуат тарихының иң фажиғәле осоро — Икенсе донъя һуғышы башланыуға 80 йыл тулған йылда, шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан старт бирелеүен әйтте.


Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хеҙмәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандарының республика һәм ҡала советтары ағзаһы, Өфөнөң Орджоникидзе районының почетлы гражданы, бик күп хөкүмәт наградалары кавалеры Илгизәр Хәиров тантананың абруйлы ҡунағы булды. Ул һуғыш һәм Бөйөк Еңеү көнөндә — 1945 йылдың 9 майында кисергән хис-тойғолары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.


Башҡортостан Республикаһында «Еңеү» марафоны штандартын тәүгеләрҙән булып Борай районы ҡабул итте. 15 ноябрҙә Борайҙа Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә, Борай райондары ҡатнашлығында «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең беренсе зона сараһы була. Артабан «Еңеү» республика марафоны штандарты республика фестиваленең туғыҙ зона сараһын урап сыға.


Тантанала 1941-1945 йылдарҙағы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының атлы төркөмөнә «Мәңгелек ут» символы менән капсула тапшырылды. Артабан ул «Еңеү» республика марафоны барышында Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына тапшырылырға тейеш.


«Еңеү» республика марафонының һуңғы этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә байрам саралары барышында уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Марафонды ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика Хәрби дан музейы, Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре хакимиәттәре.