Башҡортостандың Мәғариф министрлығы татлы бүләктәргә һәм уйынсыҡ ҡомаҡтарға бер миллион һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса тотонорға әҙер. Ведомство дәүләт һатып алыуҙары сайтында аукционға ике ғариза урынлаштырҙы: береһе — 509,6 мең һум (уйынсыҡтар), икенсеһе — 500,6 мең һум (тәм-том).
Аукционда еңгән компания 16 декабргә тиклем министрлыҡҡа 2020 йылдың символын — 780 йомшаҡ уйынсыҡ тапшырырға тейеш. Ҡалай ҡумталағы татлы бүләктә — сәтләүекле шоколад, өҫтөнә шоколад сиробы ҡойолған шәкәрле печенье, грильяж һәм башҡа кәнфиттәр.