Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 11:00

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта Рәсәй Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә барған һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта Рәсәй Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә барған һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша. Өс көн дауамында семинарҙа ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә эшләй, 31 октябрҙә Дәүләт Советы ултырышында фекер алышыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләй. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрә, тип белдерҙеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.


Башҡортостан башлығының «сентябрь» указында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә амбициялы бурыстар ҡуйылды.


Атап әйткәндә, Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусын, Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, Өфөнөң Затон биҫтәһендә күп функциялы дауахана комплексы, ике бала табыу йорто, 12 поликлиника, өс ауыл табип амбулаторияһы, 167 ФАП һәм башҡа объекттар төҙөү күҙаллана.