2020 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта, тиелә Рәсәй хөкүмәте бойороғонда.
Тарифтарҙың 3,6-4,9% артыуы илдең күпселек төбәктәре өсөн хас, тип билдәләнә документта.
Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары бөтәһенән дә нығыраҡ Чечен Республикаһында (6,5%), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында (5,4%) һәм Дағстан Республикаһында (5,2%) ҡиммәтләнә.
Һәм, киреһенсә, Ненец автономиялы округында йәшәүселәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2,4% ғына арттырыла.
Уның ҡарауы, Мәскәүҙә киләһе йылдың икенсе яртыһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү уртаса 5% арта. Мәскәү өлкәһендә — 4,1%, Санкт-Петербургта — 3,8%.
Инфляцияның күтәрелеүе сәбәпле 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары арттырылмай.