Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 12:03

Лира Иғтисамова Башҡортостандың финанс министры итеп тәғәйенләнде

Ул 2018 йылдың декабренән ведомство башлығы вазифаһын башҡарҙы. Унан алда ошо вазифала Рида Собханғолова эшләне.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостандың финанс министры итеп Лира Иғтисамова тәғәйенләнде.


Ул 2018 йылдың декабренән ведомство башлығы вазифаһын башҡарҙы. Унан алда ошо вазифала Рида Собханғолова эшләне.


Белешмә


Иғтисамова Лира Закуан ҡыҙы 1977 йылдың 15 июнендә Туймазы ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы аспирантураһын, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаған.


Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында башлай, унда беренсе категориялы белгес, әйҙәүсе белгес булып эшләй.


2002-2005 йылдарҙа – «Исмерита» күсемһеҙ милек үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иҡтисадсы, баш иҡтисадсы.


2005-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә баш белгес, әйҙәүсе консультант, баш консультант, кәңәшсе, бүлек мөдире.


2012-2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары. 2018-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының финанс министры вазифаһын башҡарыусы.


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.