28 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең ун томлыҡ йыйынтығының исем туйы була. Сара Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторола. Исем туйында яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шағирҙың туғандары, студенттар, уҡыусылар ҡатнаша.
Йыйынтыҡта яҙыусының элек донъя күргән (проза, поэзия, драматургия, публицистика, көндәлектәр), шулай уҡ ҡулъяҙмала һаҡланған һәм бығаса баҫылмаған әҫәрҙәре бар. Беренсе томы – 2009 йылда, унынсы томы 2019 йылда, яҙыусының 100 йыллығы алдынан нәшер ителде. Һәр томдың тиражы – 2 мең дана.
Ойоштороусылар – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, Мостай Кәрим исемендәге фонд. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Инеү ирекле.