Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 11:00

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелә

21 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт Йортонда үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2019 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен сағылдырған төп күрһәткестәр менән таныштырҙы.

21 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт Йортонда үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2019 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен сағылдырған төп күрһәткестәр менән таныштырҙы.


Ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы 104,6 процент тәшкил иткән, был уртаса Рәсәй кимәленән ярайһы юғары. Республиканың төҙөлөш тармағында ла күрһәткестәр яҡшырған. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда торлаҡ төҙөлөшө 11 процентҡа артҡан һәм 1,5 млн кв.м. еткән.


Ауыл хужалығы тармағында ла кире динамика туҡтатылған: ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 100 процент.


–Тупланған тәжрибә, етди кадрҙар базаһы һәм булған потенциалды күҙ уңында тотоп, артабан да алға ынтылыу маҡсатын ҡуйырға кәрәк. Талап ителһә ауыл хужалығы тармағына өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.


Бынан тыш Башҡортостанда юл-транспорт фажиғәләрендә үлем күрһәткесе 8,8, ә спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып вафат булыусылар һана 7,1 процентҡа кәмегән. Дөйөм алғанда, республикала үлем кимәле 3,8 процентҡа әҙәйгән.


–Хоҡуҡ һаҡлау органдары, хакимиәт башлыҡтары, йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эше етди һөҙөмтәләргә килтерҙе, – тине республика етәксеһе. – Комплекслы эштең йомғағы ¬– беҙ өс меңгә яҡын кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ирештек.