Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 12:00

Радий Хәбиров Өфө хосписы тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө хосписы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө хосписы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был тәҡдимде Башҡортостан Хөкүмәте күтәреп сыҡҡайны.


Учредителдәр исемлегендә республиканың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлыҡтары һәм «Иман-Башҡортостан» хәйриә фонды.


Бойороҡҡа ярашлы «Өфө хосписы» ойошмаһына уставты әҙерләп ҡабул итеү, шулай уҡ Рәсәй юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында уны теркәү бурысы йөкмәтелгән.