Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 11:00

Өфөлә Рәсәй-Израиль медицина форумы асылды

18 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй- Израиль медицина форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны.

18 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй- Израиль медицина форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сарала Халыҡ-ара проект етәксеһе, «Хорев» медицина үҙәге баш табибы Роман Барак һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, фәнни йәмәғәтселек, уҡыу йорттары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.


– Алдынғы донъя клиникалары менән хеҙмәттәшлек – медицина ярҙамы сифатын күтәреү, уңышлы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм, әлбиттә, юғары кимәлдәге кадрҙар әҙерләү йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә, – тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. – Беҙ донъя медицинаһы ҡаҙаныштарын күҙәтеп барабыҙ, уңышлы миҫалдарҙы үҙебеҙҙә ҡулланырға тырышабыҙ һәм һаулыҡ һаҡлау тармағына тейешле кимәлдә сығымдар бүләбеҙ. Ҙур мөмкинлектәр «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография» федераль милли проекттары буйынса тормошҡа ашырыла.


Форумды асыу тантанаһы сиктәрендә Радий Хәбиров Роман Баракка Башҡортостан Башлығы Рәхмәтен тапшырҙы. «Хорев» медицина үҙәге баш табибы рәхмәт белдерҙе һәм даими рәүештә Башҡортостан – Израиль араһында табиптар менән алмаш ойошторорға тәҡдим итте.