Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 16:00

Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың баш ҡалаларын «Дуҫлыҡ ептәре» проекты бәйләй

2017 йылда Өфө менән Астана (хәҙер ул Ҡаҙағстандың беренсе президентының исемен йөрөтә) араһында туғандашлыҡ тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.

2017 йылда Өфө менән Астана (хәҙер ул Ҡаҙағстандың беренсе президентының исемен йөрөтә) араһында туғандашлыҡ тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Уҙып киткән ике йыл берҙәм Евразия киңлегенең берҙәм полимәҙәни ҡиммәттәре нигеҙендә ике яҡлы бәйләнештәрҙең ҙур потенциалын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәклеген күрһәтте. Нур-Солтанда үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре фекер алышыуҙың төп темаһы булды.


Был хеҙмәттәшлекте муниципаль һәм төбәк кимәлендә, һәм, тәү сиратта, Нур-Солтан һәм Өфө ҡалалары форматында даими бәйләнештәр булдырыуҙан тормошҡа ашырыу маҡсатҡа ярашлы тип табылды. Ике баш ҡаланың ғилми, белем биреү, дини учреждениеларын, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларын ошо ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итеү хаҡында һөйләшеп килешелде. Һөҙөмтәлә улар тура ике яҡлы бәйләнешкә сығырға тейеш.


Бының инициаторы — «Интеллектуаль юл» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, уның штаб-фатиры Өфөлә урынлашҡан. Ҡаҙағстан яғынан ошо идеяны Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия милли университеты һәм «Жокан Жолдары» йәмәғәт берләшмәһе хупланы, тип хәбәр итте Нур-Солтанда осрашыу ойоштороусылар.