Башҡортостандың ижади коллективтары һәм биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары «Тамырҙарға ҡайтыу» аудиовизуаль энциклопедияһын төшөрөүҙә ҡатнашты.
Документаль этнографик фильм Волга буйы федераль округындағы төбәктәр һанынан – 14 видеороликтан тора. Халыҡтың мәҙәниәтен һәм кәсептәрен һаҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты бүленгән. Проектты «Берҙәмлек» социаль һәм мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге менән берлектә Этник-ара журналистика гильдияһы әҙерләгән.
Августан октябргә тиклем Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә ошо проект төшөрөлдө. Башҡортостан был процестың иң һуңғы нөктәһе булды – республикаға проект журналистары Ырымбурҙан килде.
Башҡортостанда ижади төркөм Ейәнсура районының Иҫәнғол, шулай уҡ Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылдарында, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында эшләне. Проект геройҙары араһында – республиканың ижади коллективтары, кейеҙ менән эшләү традицияһын һаҡлап килгән биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары, шулай уҡ музыкант Земфира Рәшитова.
Фильмдың исем туйы декабрҙә уҙа. Энциклопедияны төбәк телеканалдарында күрһәтеү, шулай уҡ урындағы мәҙәни һәм милли үҙәктәргә тапшырыу күҙаллана.