Быйыл «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеү яуланы. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителде. Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Икенсе урынды Ишембай районының Маҡар ауылы алды, өсөнсөлә – Шаран районының Дүртөйлө ауылы.
Тәүге өс призер конкурстың миллионлы бүләк фондын бүлеште. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, 12 матур ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы – «Хыял ауылы», Стәрлетамаҡ районының Талас ауылы «Күп милләтле ауыл» тип танылды, Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылына «Ҙур киләсәк» номинацияһы бирелде, Салауат районының Әлкә ауылы — «Социаль яҡтан үҫешкән ауыл». Ҡариҙел районының Яугилде ауылы «Хеҙмәт һөйөүсән ауыл» тип танылды, Өфө районының Лекаревка ауылы «Уңайлы мөхит» номинацияһында еңеүсе булды, Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылы — «Эко-ауыл», Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы — «Күркәм ауыл», Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы — «Татыу ауыл», Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылы — «Ҡунаҡсыл ауыл», Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы «Уңайлыҡтары булған ауыл» тип танылды, ә Мишкә районының Сосновка ауылы «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы.
Ошо 12 ауыл 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән билдәләнде. Ә конкурста ҡатнашҡан башҡа 33 ауыл дипломдар менән бүләкләнә.