Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2019, 16:11

Республиканан 6 проект — «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалсыһы

Башҡортостандан алты проект «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалсыһы булды. Дөйөм алғанда, 59 төбәктән 223 проект финалға сыҡты.

Башҡортостандан алты проект «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалсыһы булды. Дөйөм алғанда, 59 төбәктән 223 проект финалға сыҡты. Волга буйы федераль округы — лидер: барлыҡ 14 төбәктән 77 проект-финалсы.


«Иң яҡшы мәҙәни-танып белеү маршруты» номинацияһында еңеүселәр иҫәбендә — «Башҡортостандың солоҡ умарталығына бер көнлөк тур» һәм «Геолог менән ял көндәре. Янғантау геопаркы».


«Европа – Азия велоһуҡмағы» проекты «Иң яҡшы велосипед маршруты» номинацияһында финалсылар иҫәбенә инде.


«Нарыҫтау» тарихи-этнографик һәм гастрономик маршруты «Иң яҡшы этнографик маршруттар»ҙың береһе булды.


«Евразия индеецтары һуҡмағы буйлап» мажаралар туры һәм «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» — «Иң яҡшы мажаралы маршрут».


«Йыл маршруты» Рәсәй туристик премияһы 2014 йылда булдырылған.


Финалсыларҙы бүләкләү сараһы 27-28 октябрҙә Ижевскиҙа ойошторола.