Йыл һайын Башҡортостан Республикаһында 600 меңдән алып бер миллионға тиклем киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы (ОРВИ) һәм грипп менән сирләү осраҡтары теркәлә.
Дөйөм инфекцион сирҙәр структураһында грипп һәм ОРВИ өлөшө 94-96% тәшкил итә. 2019 йылдың ОРВИ һәм грипп менән ауырыуҙың эпидемия осоронда (февраль-март) 205 мең кеше йәғни республиканың 5 проценты сирләгән.
2018-2019 йылдарҙың эпидемия осоронда әлеге сирҙәр менән ауырыу осраҡтарынан иҡтисади зыян Асҡын (10839,7), Ишембай (104723,7), Бөрйән (6613,4) райондары, Стәрлетамаҡ (8658,0), Салауат (7967,6) ҡалалары территорияларында теркәлгән, уларҙа сирләү күрһәткесе республиканың уртаса күрһәткесенән 30 проценттан алып 2,1 тапҡырға юғарыраҡ (БР буйынса – 5126,4).
Профилактик саралар комплексында халыҡты гриптан иң нәтижәле һаҡлау сараһы булып профилактик прививкалар тора. Үткән йылдың прививкалар кампанияһы осоронда республикала төрлө финанслау сығанаҡтары (федераль, республика, эш биреүселәр һәм ҡала кешеләре средстволары) иҫәбенә барлығы Башҡортостан халҡының 45 проценты прививкалар менән солғап алын-ған.
Грипп һәм ОРВИ менән сирләү күбәйгән осорҙа, эпидемик именлекте тәьмин итеү, ауыр өҙлөгөүҙәр һәм үлем-дәрҙе иҫкәртеү өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы халыҡтың 50 процентҡа тиклемен иммунлаштырырға кәңәш итә. 2019 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, “хәүеф төркөмө” контингентынан 1 млн 830 мең кешене вакцинациялау планлаштырылған. Әммә был Прививкаларҙың милли календарына индерелмәгән халыҡты эш биреүселәр средстволары иҫәбенә иммунлаштырыу буйынса әүҙем эш ойоштороуҙы инҡар итмәй.
Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы табип-эпидемиологы Римма Алюкова хәбәр итеүенсә, Мәсетле районында быйыл грип-ҡа ҡаршы прививкалар планы буйынса 10340 кешене иммунлаштырыу планлаштырылған. Уларҙың 7640-ы өлкәндәр: 470-е – медицина учреждениелары, 520-һе – белем биреү учреждениелары, 20-һе – транспорт, 20-һе – ҡошсолоҡ хужалыҡтары, 20-һе – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, 3600-ө – 60-тан өлкән йәштәге кешеләр, 10-һы – йөклө ҡатындар, 1000-е – хроник сирлеләр, 50-һе – призывниктар, 1730-ы – хәүеф төркөмөндәге кешеләр, 200-ө – урта уҡыу йорттары студенттары. Шулай уҡ 700 мәктәпкәсә йәштәге балаға һәм 2000 уҡыусыға прививка ҡуйыу планлаштырылған.
Район халҡын иммунлаштырыу башланды. Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы балалар (планлаштырылған күләмдең 47,7 проценты) һәм ололар (60%) өсөн грипҡа ҡаршы вакцина алды. Прививкалар йәшәгән урын буйынса дауалау учреждениеларында уҙғарыла.