Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 11:00

Башҡортостанда үлгән малайҙың йорто алдында сәскәләр һәм сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды

Башҡортостандың Дүртөйлө районы ауылында үҙ әсәһе ҡулынан һәләк булған бер йәшлек малайҙың йорто алдында — аҡ сәскәләр, ә ҡоймала сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды.

Башҡортостандың Дүртөйлө районы ауылында үҙ әсәһе ҡулынан һәләк булған бер йәшлек малайҙың йорто алдында — аҡ сәскәләр, ә ҡоймала сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды. Урында йәшәүселәр социаль селтәрҙә енәйәт ҡылынған урындан фотоһүрәт менән бүлеште.


«Ҡайғырабыҙ... Йомшаҡ болоттар, Тимур. Фотоны баланың атаһы ҡуйған. Уны шишәмбе көндө ерләйҙәр. Теләгәндәр бәхилләшергә килә ала», — тип яҙҙы фотоһүрәттәр авторы.


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 августан алып йөҙҙән ашыу кеше бер йәшлек малайҙы эҙләне. 31 августа төндә 28 йәшлек әсә үҙ сабыйын быуып үлтереүе һәм ихатаһына күмеп ҡуйыуын таныны. Хәҙер ҡатын ҡулға алынған. «Сабыйҙы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.