Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл апрелдә Бишкәк ҡалаһының Спорт һарайында
Айгиз Баймөхәмәтов китабының исем туйын үткәрҙе, унда өс меңгә яҡын кеше йыйылды.Айгиз Баймөхәмәтов — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреты. Уның китаптары рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәренә тәржемә ителгән. Әҫәрҙәре буйынса Башҡортостан, Бүрәт Республикаһы, Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Башҡортостанда һәм Ҡырғыҙстанда уҡыу программаһына индерелгән.