Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
27 Августа 2019, 10:00

Республикала төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы бурыстарын көйләү фонды ойошторолдо

Башҡортостанда банкрот тип танылған төҙөүселәрҙең өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдындағы бурыстарын көйләү фонды ойошторолдо.

Башҡортостанда банкрот тип танылған төҙөүселәрҙең өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдындағы бурыстарын көйләү фонды ойошторолдо. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы тейешле указға ҡул ҡул ҡуйҙы.


Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, фонд булдырыу — алданған өлөшсөләр алдындағы бурыстарҙы үтәү эшендә мөһим этап.


«Беҙҙә биҡ ҡатмарлы мираҫ — Волга буйы федераль округында иң күп өлөшсөләр һаны, федерация масштабында ла улар ныҡ күп, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Йәнә бер тапҡыр раҫлайым: өлөшсөләр алдындағы бөтә бурыстарҙы үтәрбеҙ. Һорау: ҡасан? Ваҡыт күп түгел. Фонд ойошторабыҙ, уны бюджет аҡсаһы менән тулыландыра һәм төҙөлөшкә йүнәлтә башлайбыҙ. Башҡаса булмай», — тине республика етәксеһе.