Уҡытыу һәм тәрбиәләү процестарын ойоштороу һәм камиллаштырыуҙағы уңыштары, оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәттәре өсөн 1-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Әлфиә Вәкил ҡыҙы Ғәлимова, Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәғиҙә Ильяс ҡыҙы Ғәниева, Әләгәҙ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Люция Рим ҡыҙы Мөхәмәҙуллина, Яңы Яуыш мәктәбенең математика уҡытыусыһы Денис Данис улы Нәбиуллин, Яңы Мишәр мәктәбе мөдире Зөлфиә Рәис ҡыҙы Сәхәүетдинова муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.