Новости
31 Июля 2019, 11:00

Башҡортостанда ураҡ башланды

Башҡортостан аграрийҙары ярауай культуралар урағына төштө.

Башҡортостан аграрийҙары ярауай культуралар урағына төштө. Һәр ваҡыттағыса эштәр борсаҡ һәм арпа баҫыуында башланды. 29 июлгә дөйөм майҙандың 7 процентында урып-йыйыу эштәре атҡарылған. 7,7 мең тонна борсаҡ йыйып алынған. Уңыш ҡеүәте ¬– гектарынан 21 центнер. 2,8 мең гектар майҙандан (дөйөм майҙандың 1 проценты) 7,3 мең тонна арпа һуғылған. Гектар ҡеүәте – 26,1 центнер.


Бөгөнгә республиканың туғыҙ районында борсаҡ, һигеҙендә арпа һуғыу эштәре алып барыла.