Новости
30 Июля 2019, 10:04

Сенаж 35 процентҡа әҙерләнгән

Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 29 июлгә бөтә төр милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиеларында барлығы 8721 га үлән сабылған, был пландың 80 процентын тәшкил итә.

Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 29 июлгә бөтә төр милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиеларында барлығы 8721 га үлән сабылған, был пландың 80 процентын тәшкил итә.

Бесән 7531 га (85,3%) майҙанда йыйып алынған, 13940 т – планлаштырылған күләмдең 82 проценты әҙерләнгән. Бесән әҙерләү буйынса “Аҡтау” йәмғиәтендә, “Үҙәк” МТС-ында планды тулыһынса, ә “Попов А. В.”

КФХ-һында арттырып үтәгәндәр. “Зия-летдинов” КФХ-һында – 480 т (88,9%), “Бәҙретдинов” ШЭ-һында – 260 т (86,7%), “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә – 750 т (83,3%), “Батыр”ҙа – 740 т (74%), “Ленинский”ҙа – 730 т (69,7%), “Йондоҙ” йәмғиәтендә 450 т (45%) бесән әҙерләнгән.

Сенаж әҙерләү ике предприятиела: “Ленинский” АПК-һында (бында планлаштырылған эштәрҙең 30,5 проценты үтәлгән) һәм “Йондоҙ” йәм-ғиәтендә (71,4%) бара. Район буйын- са барлығы 8674 тонна сенаж әҙерләнгән.

Шул уҡ ваҡытта, БР Ауыл хужалығы консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса 26 июлгә республикала 11,6 мең гектар ужым культуралары йәки бөтөн күләмдең 5 проценты сабылған.

11 районда иген һуғыуға тотонғандар. Әлегә 5,8 мең га иген культураһы һуғылған, был планға ҡарата 2% тәшкил итә. Гектарынан уртаса 19,3 ц уңыш менән 11,3 мең тонна иген һуғып алынған.