Иглин районында үлгән водителе менән Volvo йөк машинаһы табылған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралағында хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көндө Иглин районында Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1516-сы саҡрымында Volvo автомобиле канауға төшкән. Кабинала Томск өлкәһендә йәшәүсе 53 йәшлек водителе үле килеш табылған.
Башҡа юрауҙар иҫәбендә водитель үлеменең йөрәге туҡтау мөмкинлеге ҡарала, сөнки һәләк булғанға кардиостимулятор ҡулған. Ғәҙәттән тыш хәл ҡарала.
Дөйөм алғанда, уҙған тәүлек эсендә Башҡортостан юлдарында 22 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, тағы 27-һе йәрәхәт алған.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәтәре һәм нисек уларҙы булдырмау беҙҙең лонгридта яҙылған.