Новости
19 Июля 2019, 08:31

Стела өсөн эскиздар тәҡдим итегеҙ

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә тыл эшсәндәренә арнал-ған стела ҡуйыу өсөн идея һәм художество йәһәтенән иң яҡшы стела эскизы һайлап алыу маҡсатында конкурс иғлан итә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн эскиздар 18 июлдән 31 авгусҡа тиклем дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем 452550, Баш-ҡортостан Республикаһы, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 38-се кабинетта ҡабул ителә.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34770) 2-02-92.

Конкурсҡа махсус комиссия йом-ғаҡ яһай һәм еңеүселәрҙе билдәләй. Конкурс положениеһы менән район хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.