Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәте буйынса, ошо шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә тағы ла һалҡыныраҡ була. Йәнә төньяҡтан әсе ел көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Температура төнгө сәғәттәрҙә +6,+11, урыны менән +2 градусҡа тиклем, көндөҙ +17,+22 градус. 9 июндә йылыраҡ һауа массаһының килеүе арҡаһында 20-25 градусҡаса йылыта.
Аҙна башында һауа тағы ла нығыраҡ йылына башлай. 10, 11, 12 июндә термометр бағанаһы +29 градусҡа тиклем күтәрелә. Синоптиктар фаразына ярашлы, төбәктә ай уртаһына тиклем эҫе була.